
Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында тыуып үҫкән, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының күренекле дикторы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған «Диктор тауышы» конкурсы еңеүселәре билдәләнде.
Өсөнсө тапҡыр ойошторолған конкурста Башҡортостандан һәм Силәбе өлкәһенән 80 уҡыусы ҡатнашты. Финалға сыҡҡан 18 кеше билдәле дикторҙың тыуған яғында оҫталыҡтарын күрһәтте. Саҡырылған ҡунаҡтар иҫәбендә — Әхәт Мортазиндың хәләл ефете, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Алик Байғарин, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының махсус хәбәрсеһе Гүзәл Ситдиҡова, дикторҙың бер туған ағаһы Радик Мортазин.
Халыҡ артисының туғандары үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты, уның тормошонан ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында һөйләне. Уҡыусылар текстарҙы аңлайышлы, тулҡынланмайынса тасуири итеп уҡыны, яңылыҡты яттан һөйләп бирҙе.
Конкурстың беренсе этабы онлайн-форматта, муниципаль кимәлдә үтте. Һуңынан иң яҡшы видеороликтар Өфөгә ебәрелде, унда Башҡортостан телевидениеһы белгестәренән торған жюри еңеүселәрҙе һайлап алды. Улар — Әлшәй районынан Байрас Сәләмов, Өфөнән Арыҫлан Ҡырымсурин, Учалы районы Ураҙ ауылынан Линиза Шәйхетдинова, Сибайҙан Арыҫлан Мәхмүтов. Аҙаҡ сарала ҡатнашыусылар Әхәт Мортазиндың Яңы Байрамғол ауылы мәктәбендә урынлашҡан музейына барып ҡайтты.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.