
2 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауатҡа эш сәфәре барышында ҡаланың белем биреү объекттарында булды.
Калинин урамында республика етәксеһе 36-сы балалар баҡсаһының корпусын ҡараны. 1975 йылда төҙөлгән бинаға капиталь ремонт башҡарылған, ул 2021 йылдың башында файҙаланыуға тапшырылған. 1990 йылдарҙа балалар баҡсаһы йәмәғәт туҡланыуы урыны итеп үҙгәртелгән, һуңынан корпус бер нисә йыл буш торған.
Капиталь ремонт «Демография» милли проектын тормошҡа ашырыу барышында үткәрелгән. Төҙөүселәр фасадты яңыртҡан, эске биҙәү эштәрен башҡарған, коммуникацияларҙы алмаштырған, йылы иҙән түшәгән. Бүлмәләрҙә заманса һәм хәүефһеҙ мебель, аш-һыу әҙерләү өсөн ҡорамалдар, һаҡ системаһы, видеокүҙәтеү ҡуйылған, биләмә төҙөкләндерелгән. 2021 йылдың февралендә яңы корпуста тәүге тәрбиәләнеүселәрҙе ҡабул иткәндәр.
2023 йылда Салауат ҡалаһы үҙенең 75 йыллығын билдәләй. Был уңайҙан «Көнсығыш» биҫтәһендә 1 175 урынлыҡ заманса мәктәп һалыу планлаштырыла.
Радий Хәбиров йәй көнө төҙөлөш эштәрен башлап ебәреү өсөн республиканың 2022 йылға бюджетында ошо мәктәпте төҙөүгә сығымды күҙ уңында тоторға ҡушты.
Яңы объект төҙөү Салауат ҡалаһында Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән тәҡдим ителгән дөйөм белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлау федераль программаһын тормошҡа ашыра башларға мөмкинлек бирә. Төҙөкләндерелергә тейешле мәктәптәрҙең уҡыусылары ваҡытлыса яңы белем биреү үҙәгендә уҡый ала.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.