Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.23
0
92.09
0
60.07
-0.63
-12 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2021, 12:01

Өфөлә дүрт автобус маршрутында юл хаҡы 35 һумға тиклем арта

Валерий Шахов
Фото: Валерий Шахов

30 декабрҙән 232-се, 230-сы, 262к, 270-се маршруттарҙа юл хаҡы 35 һумға тиклем арта. Был хаҡта баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

«Юл хаҡы, шул иҫәптән «Алға» картаһы менән түләгәндә 35 һум була», — тип белдерҙеләр мэрияла.

Үҙгәрештәр 230-сы «Белореченский» биҫтәһе – Дзержинский урамы», 232-се «Сипайлово һауыҡтырыу комплексы» – «Башҡортостан сәскәләре торлаҡ комплексы», 262к «Сипайлово һауыҡтырыу комплексы – «Пушкин» сауҙа-сервис комплексы», 270-се «Белореченский» биҫтәһе – 75-се мәктәп» маршруттарына ҡағыла.

Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас