12:55 (UTC+5), 03 Декабря 2021

Башҡортостан Яңы йылда ял итеү өсөн Рәсәйҙең иң яҡшы биш курорты иҫәбенә инде

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Альмира Давлетбаева

Башҡортостан Яңы йылда ял итеү өсөн Рәсәйҙең иң яҡшы биш тау саңғыһы курорты иҫәбенә инде. Был хаҡта «ТурСтат» туристик порталына һылтанып, Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Республиканың Белорет районында урынлашҡан «Абҙаҡ» тау саңғыһы үҙәге дүртенсе урынды алды.

Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин был яңылыҡҡа ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.

«Республикабыҙ биләмәһендә урынлашҡан Урал тауҙарының һырттары байтаҡ йылдар инде Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән тау саңғыһы спортын яратыусыларҙы үҙенә тарта. Был аңлашыла ла, сөнки беҙҙә бер нисә шәп ҡышҡы спорт үҙәге бар, шуларҙың береһе – Абҙаҡ», — тине ул.

Рейтингта тәүге урындарҙы «Роза Хутор» (Сочи) һәм «Эльбрус» (Ҡабарҙа-Балҡар) курорттары биләй, «Белокуриха» (Алтай крайы) — өсөнсө, «Шерегеш» (Кемерово өлкәһе) бишенсе баҫҡыста килә.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика