Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.04
-0.15
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2021, 11:06

Тәбиғәт парктары дирекцияһы сайтында республиканың махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең интерактив картаһы барлыҡҡа килде

Башҡортостандың Тәбиғәт парктары дирекцияһы сайтында республиканың махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең интерактив картаһы барлыҡҡа килде

Интерактив картала Башҡортостандың барлыҡ махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең: төбәк заказниктарының, тәбиғәт парктарының, тәбиғәт һәйкәлдәренең, шулай уҡ өс федераль ҡурсаулыҡтың, бер милли парктың сиктәре билдәләнгән.

Башҡортостан Республикаһының Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы етәксеһе Салауат Нафиҡов һүҙҙәренсә, картала еңел генә махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһен табырға, район, объекттың статусы һәм уның майҙаны буйынса ентекле мәғлүмәт алырға, махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе сайтына күсергә мөмкин. Бынан тыш, картала Уралдың иҫтәлекле урындары, республиканың тәбиғәт ресурстары хаҡында мәғлүмәттәр бар.

Бүлек Рәсәйҙең «Һунарсы картаһы» һунарсылыҡ хужалығы геопорталының ярҙамы менән булдырылған.

Читайте нас: