12:33 (UTC+5), 02 Декабря 2021

Радий Хәбиров вакцина яһатҡан яҡташтарыбыҙға рәхмәт белдерҙе

Кесаҙна Башҡортостан Башлығы коронавирусҡа бәйле хәл буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе.

Башҡортостанда 2 миллиондан ашыу кеше коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка эшләткән. 2 003 946 кеше вакцинаның тәүге компонентын алған. Бөгөнгә пландың 80 проценты үтәлгән. Әммә коллектив иммунитет булдырыу өсөн тағы 480 мең самаһы кешегә прививка яһау талап ителә.

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге яҙмаһында эште дауам итергә, барлыҡ санитар нормаларҙы һәм ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәрәклеген билдәләне.

«Үҙҙәренең һәм тирә-йүндәгеләрҙең һаулығына яуаплы мөнәсәбәттәрен күрһәткән яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәт. Вакцинация һәм ҡағиҙәләрҙе үтәү һөҙөмтәһендә Башҡортостанда үлем осраҡтарының кәмеүе күҙәтелә. Хәл шулай уҡ ковид өсөн койка фондын 8 000 урындан 2 985-кә ҡалдырырға мөмкинлек бирҙе. Бушаған урындарҙы беҙ башҡа сирҙәрҙе дауалау өсөн бүлдек. Һаулығығыҙҙы һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен һаҡлағыҙ», — тип яҙҙы республика етәксеһе.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика