14:35 (UTC+5), 02 Декабря 2021

Радий Хәбиров республикала ялған хәмергә ҡаршы көрәште көсәйтергә ҡушты

Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте
Альмира Давлетбаева

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенә, муниципалитеттарға ялған хәмер етештереүселәр һәм һатыусылар менән көрәште көсәйтергә ҡушты. Бөгөн, 2 декабрҙә, Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән кәңәшмәлә ул шундай бойороҡ бирҙе.

«Республикала ялған спиртлы эсемлектәр әйләнешен иҫкәртеү сараларын күреү мөһим. Рөхсәтһеҙ сауҙа иткән урындарҙы тиҙ арала асыҡлап, енәйәт эше ҡуҙғатырға, ошондай һатыу нөктәләрен ябырға кәрәк», — тине Хәбиров.

Бер нисә йыл элек законһыҙ сауҙа итеү һәм суррогат етештереү урындары буйлап рейдтар үткәрелде, был эште яңынан ойоштороу зарур, тип өҫтәне республика етәксеһе.

«Халыҡтың һаулығын һәм ғүмерен һаҡлау мөһим. Яңы йыл байрамдары осоронда был айырыуса көнүҙәк. Шуға күрә махсус контроль булырға тейеш», — тине Хәбиров.

Кәңәшмәлә республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев күрше төбәктәрҙә ялған хәмер эскәндән һуң кешеләрҙең һәләк булыу осраҡтарын иҫкә төшөрҙө.

«Ырымбур өлкәһендә 63 кеше ағыуланған, уларҙың 35-е үлгән. Свердловск өлкәһендә 25 кешенең ғүмере өҙөлгән. Татарстанда 13 кеше, уларҙың 11-е – яҡташтарыбыҙ, метанол менән ағыуланып дауаханаға оҙатылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар бер пациентты ҡотҡара алманы», — тине Алексей Гусев.

Уның ведомствоһы мәғлүмәте буйынса, республикала быйыл 15 мең литр самаһы алкоголь законһыҙ әйләнештән тартып алынған. Тикшереү йомғаҡтары буйынса штрафтың дөйөм суммаһы — 9 миллион һумдан ашыу.

«Республикала үткәрелгән контроль һәм иҫкәртеү сараларының һөҙөмтәле булыуы күренә. Иҫерек килеш енәйәт ҡылғандар һаны 2020 йылда — 5,2 процентҡа, ә быйыл 10 айҙа 7,7 процентҡа кәмегән. Уҙған йылда 73 кеше ялған хәмер эсеп вафат булған», — тине Алексей Гусев.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика