3 декабрҙә — Халыҡ-ара инвалидтар көнөндә Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә бушлай консультация алырға мөмкин.
Үҙәк хеҙмәткәрҙәре уларҙы инвалид балаларҙы реабилитациялауға, реабилитациялауҙың техник сараларына сертификаттар алыу мәсьәләләре буйынса консультация бирә, шулай уҡ инвалидтарға юридик хеҙмәттәр күрһәтә.
Консультацияға Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең «ҡыҙыу линия» телефоны буйынса яҙылырға була: 8-800-775-00-14.
«Бынан тыш, Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге белгестәре инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыуға бәйле һорауҙарға яуап бирә, квоталар, льготалар һәм гарантиялар хаҡында һөйләй, шулай уҡ актуаль вакансиялар менән таныштыра. 251-51-55, 276-71-86 телефондарына көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем шылтыратырға кәрәк», — тип белдерҙеләр баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда 236 меңдән ашыу инвалид иҫәпләнә. Уларҙың 18,3 меңгә яҡыны — балалар.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.