Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2021, 13:08

Роспотребнадзор етәксеһе рәсәйҙәрҙе яңы йыл байрамдарын өйҙә үткәрергә саҡырҙы

Станислав Шахов
Фото:Станислав Шахов

Донъяла коронавирустың омикрон-штамы таралыуы сәбәпле, яңы йыл байрамдарын өйҙә үткәрергә һәм Рәсәйҙән ситкә сыҡмаҫҡа кәрәк. Был хаҡта Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова белдерҙе.

«Хәҙер күптәр сәфәргә сығыуҙы, ял итеүҙе алдан планлаштыра. Ләкин иң яҡшыһы — өйҙә ҡалыу. Хәл төрлө илдәрҙә төрлөсә. Яңы инфекцияны, яңы штамды йоҡтороу хәүефе ҙур, шуға күрә яңы йыл байрамдарын өйҙә үткәрергә, сит илдәргә сыҡмаҫҡа кәрәк тип иҫәпләйем. Рәсәй граждандарынан ошо хаҡта үтенеп һорайым»,  — тине ул.

Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, пандемияға бәйле донъяла сиктәрҙе ябыу буйынса ҡарарҙар тиҙ үҙгәреп тора, ял урынына проблемаларға юлығырға мөмкин.

Әлегә омикрон асыҡланған илдәрҙән ҡайтҡандарға Рәсәйҙә ике аҙналыҡ карантин индерелде. Был Көньяҡ Африка Республикаһынан, Африканың тағы бер нисә дәүләтенән, Бөйөк Британиянан һәм Ҡытайҙан килгән туристарға ҡағыла. Омикрон-штамының үҙенсәлектәре арҡаһында ПЦР-тестың ғәмәлдә булыу ваҡыты 72 сәғәттән 48 сәғәткә тиклем ҡыҫҡартыла.

Коронавирустың яңы штамы ноябрь уртаһында Көньяҡ Африка Республикаһында теркәлгән. Әлегә донъяның 20 илендә йөҙҙән ашыу сирле иҫәпләнә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ғәҙәттән тыш ултырышта яңы штамдың хәүеф тыуҙырыуын таныны һәм уға «омикрон» тигән исем бирҙе (грек алфавитының 15-се хәрефе). Табиптар әйтеүенсә, сирҙең төп билдәләре — йөрәк тибешенең йышайыуы, ныҡ арығанлыҡ, шул уҡ ваҡытта пациенттарҙың тәм тойоу, еҫ һиҙеү һәләте юғалмаған.

Автор:Станислав Шахов
Читайте нас: