15:33 (UTC+5), 30 Ноября 2021

Республикала Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада еңеүселәренә премиялар булдырылды

Фото: Гөлфиә Акулова

Республикала Башҡорт теле көнө алдынан Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада еңеүселәренә һәм призерҙарына, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға премиялар булдырылды. Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Бөтә Рәсәй олимпиадаларында еңгән һәм призлы урындар өсөн тапшырылған премияларына өҫтәмә рәүештә Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиадала еңеү яулаған һәм призлы урындар өсөн премиялар ҡарала.

Еңеүселәр һәм уларҙың уҡытыусылары — 5-әр мең, призерҙар һәм уларҙың педагогтары 3-әр мең һум алырға тейеш.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин әйтеүенсә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада 1987 йылдан башлап үткәрелә. Ә төбәк-ара кимәлдә 1996 йылдан ойошторола. Йылдан-йыл олимпиадала Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләре уҡыусылары ҡатнаша, төрлө йылдарҙа Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләре, Пермь крайы, Татарстан Республикаһы балалары ҡатнашты.

34 йыл үткәрелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиадала 9 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты.

«Олимпиада туған телен һәм әҙәбиәтен тәрән белгән һәләтле уҡыусыларҙы асыҡларға ярҙам итә. Былтыр Красноусолда уҙған туған тел уҡытыусылары йыйынында балаларҙа башҡорт телен өйрәтеүгә өҫтәмә мотивация булдырыу кәрәклеге билдәләнде. Был премияның олимпиада еңеүселәренә һәм призерҙарына ла, уҡытыусыларға ла яҡшы ярҙам булырына ышанам», — тине Азат Батыршин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика