Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
74.06
+0.09
83.81
-0.02
71.95
+2.28
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь , 11:04

XII «Мисс Офис - 2021» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында Башҡортостандан Гүзәл Вилданова ҡатнаша

27 ноябрҙә Мәскәүҙә XII «Мисс Офис - 2021» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсының финалы була. Конкурс эшләп йөрөгән йәштәр араһында уҙғарыла.

Финалда төрлө илдәрҙән: Италия, Беларуссия, Германия, Латвия, Чехия, Ҡаҙағстан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Вьетнам, Грузия, Португалия, Испаниянан һәм Рәсәй төбәктәренән 30 ҡыҙ ҡатнаша.

Башҡортостан исеменән «Мисс Республика - 2021» конкурсында беренсе вице-мисс исемен яулаған Гүзәл Вилданова сығыш яһай.  Уға 25 йәш, сығышы менән Учалы районынан, Өфө дәүләт нефть-техник университетын тамамлаған, «MissBash Models» агентлығы моделе.

Автор:Ләйлә Аралбаева