Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
75.59
0
84.95
0
72.89
-9.33
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь , 16:56

Өфөлә күренекле ғалим, әҙәбиәт белгесе Ғиниәтулла Ҡунафинды тәбрикләнеләр

Фәнни-ғәмәли конференция филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ғиниәтулла Ҡунафиндың 75 йәшенә арналды.

Бөгөн Башҡорт дәүләт университетында филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафинды 75 йәшлек юбилейы менән тәбрикләү сараһы уҙҙы. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе. Унда ғалимдың тормошо республикаға фиҙаҡәр хеҙмәт итеүҙең күркәм өлгөһө булып тороуы билдәләнә.

«Күренекле ғалим, шағир, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре. Үҙенсәлекле һәләтегеҙ, сағыу ижадығыҙ, хеҙмәт һөйөүсән һәм яуаплы булыуығыҙ, юғары профессиональ, кешелек сифаттарығыҙ менән лайыҡлы рәүештә абруй һәм ихтирам ҡаҙандығыҙ. Ижади биографияғыҙ Башҡорт дәүләт университеты менән тығыҙ бәйле. Һеҙ башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын ойоштороусыларҙың береһе, уның тәүге деканы булдығыҙ, етәкселек иткән йылдарығыҙҙа яңы быуын белгестәрен әҙерләү өсөн бик күп эш башҡарҙығыҙ. Башҡорт фольклоры, милли әҙәбиәт тураһында тикшеренеү эштәрегеҙ республика халыҡтарының бай рухи мираҫын һаҡлауға булышлыҡ итә. Һеҙ — 500-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, монография, республиканың юғары уҡыу йорттары һәм мәктәптәре өсөн уҡыу, уҡытыу-методик ҡулланмалар авторы», — тиелә ҡотлауҙа.

Республика етәксеһе Ғиниәтулла Ҡунафиндың йәш ғалимдар, уҡытыусылар, милли мәҙәниәтте һаҡлаусылар әҙерләүгә тос өлөш индереүен билдәләп, уға ныҡлы һаулыҡ, әүҙем оҙон ғүмер һәм барлыҡ изге эштәрендә уңыштар теләне.

Урал Килсенбаев республикала гуманитар фәндәр, атап әйткәндә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте өлкәһендә байтаҡ эштәр атҡарылыуын, ә Ғиниәтулла Ҡунафиндың хеҙмәттәре иң юғары кимәлдә танылыуын билдәләне. 

Бөгөн Башҡорт дәүләт университетында Ғиниәтулла Ҡунафиндың 75 йәшенә бағышланған «Күп милләтле дәүләт шарттарында рухи мәҙәниәт менән туған телде һаҡлау һәм үҫтереү: проблемалары һәм перспективалары» исемле Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте. Конференция йыйынтығына Япония, Төркмәнстан, Азербайжан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан кеүек сит илдәрҙән, Рәсәй төбәктәренән ике йөҙгә яҡын мәҡәлә ҡабул ителде, фәһемле, йөкмәткеле сығыштар яңғыраны. Сараны университеты ректоры Николай Морозкин асты.

Белешмә

Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафин 1946 йылдың 22 ноябряендә  Башҡортостандың  Ғафури районындағы  Саитбаба ауылында тыуған. 1964 йылда тыуған ауылы  мәктәбендә 11 класты тамамлағандан һуң Ғафури районың  Татар Һаҫыҡкүле 8 йыллыҡ мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы, «Звезда» - «Йондоҙ» гәзитенең хәбәрсеһе булып эшләй. 1965 – 1968 йылдарҙа  әрмелә отделение командиры, взвод командиры урынбаҫары,  рота старшинаһы вазифаларында хеҙмәт итә. В 1968 – 1973 йылдарҙа – БДУ-ың филология факультеты студенты, уны ҡыҙыл диплом менән тамамлай.  1973-1976  йылдарҙа – СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан бүлегенең  аспиранты,  1977 йылда кандидатлыҡ  диссертацияһы яҡлай,  1977 – 1981 йылдарҙа  – СССР ФА БФ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының кесе, артабан өлкән ғилми хеҙмәткәре. 1981йылдан Башҡорт дәүләт университетының  башҡорт әҙәбиәте кафедраһы доценты,  профессоры. 1986-1990 йылдарҙа  филфак  деканы урынбаҫары вазифаһын башҡара. Башҡортостан вуздары тарихында башлап башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын ойоштороуҙың төп инициаторы һәм 1990–2000 йылдарҙа уның тәүге деканы була,  уны нығытыу һәм үҫтереү буйынса бөтә көсөн, таһыллығын һалып эшләй. Һөҙөмтәлә, республикабыҙҙағы был өр-яңы факультет  БДУ-ла университетта студенттар һаны буйынса юридик институттан ҡала икенсе, ә уҡыу-уҡытыу, ғилми һәм тәрбиә эштәренең торошо буйынса йыл да алдынғылыҡты бирмәгән факультетҡа әүерелә. 1998 йылда ғалим-педагог докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2000 йылда республикалағы юғары белем биреү тарихында башлап  башҡорт халҡының рухи мираҫын өйрәнеү һәм уҡытыу буйынса 1917 йылға тиклемге башҡорт әҙәбиәте кафедраһын ойоштора,  2000-2012 йылдарҙа уны  етәкләй,  2012 йылдан бөгөнгәсә башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте  кафедраһы мөдире. 2011 йылда  Башҡортостан  Фәндәр академияһының  Социаль-гуманитар фәндәр бүлегенең академик-секретары итеп һайлана  һәм 2011 – 2016 йылдарҙа БДУ-лағы төп эштәренән тыш бер үк ваҡытта ошо вазифала эшләй.

Ғалим төрлө кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, симпозиумдарҙа әүҙем ҡатнаша, республикала гуманитар фән өлкәләрендә ғилми эшмәкәрлекте ойоштороу һәм үҫтереү, ижади бәйләнештәрҙе үҫтереү йүнәлешендә  ҙур эш алып бара. Башҡорт әҙәбиәт ғилемендә төп текстологтарҙың береһе булараҡ ул  ике томлыҡ “Балалар әҙәбиәте антологияһы”н (1986, 1987) әҙерләп донъяға сығарыуҙа әүҙем ҡатнашты,  суфый шағирҙар  Ш. Зәкиҙең (1980), Һ.Салиховтың (2009)   шиғырҙарын, XIX  быуаттың II яртыһындағы күренекле мәғрифәтсе ғалим-әҙип М, Өмөтбаевтың әҫәрҙәрен һәм хеҙмәттәрен (“Йәдкәр”, 1984, 2011; “Шиғырҙар”, 2001; “Әҫәрҙәр. Хеҙмәттәр”,  2016) текстологик йәһәттән эшкәртеп баҫтырып сығарыуға өлгәште, шул рәүешле башҡорт текстологияһын үҫтереүгә лә ҙур өлөш индерҙе.

Республикала гуманитар фәнде,   этноәҙәбиәт ғилемен һәм мәҙәниәтте өйрәнеү фәнен, милли мәғарифте  үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн профессор  Ғ.С. Ҡунафин  1997 йылда  Халыҡ-ара төркиәт академияһы академигы, 2012 йылда Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана.          

Арҙаҡлы ғалим-педагог йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. 1990 йылда ул Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар берлегенә ҡабул ителә, ун йыл буйына был ойошманыңң тәнҡит секцияһын, 11 йыл – ғафуриҙарҙың Өфөлә 1998 йылда ойошторолған “Табын” республика йәмәғәт ойошмаһын етәкләй.

Ғ. С. Ҡунафиндың  ошондай күп яҡлы ғилми, ғилми-методик, педагогик һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге Башҡоростан һәм  Рәсәй етәкселеге һәм йәмәғәтселеге тарафынан юғары баһалана. Уға 1997 йылда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, 2006 йылда – Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ мәғарифының почетлы хеҙмәткәре, 2009 йылда – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән юғары исемдәр бирелә, 1999 – 2004 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһының күренекле ғалимдар өсөн Дәүләт фәнни стипендияһына лайыҡ була.  Ул Башҡортостан Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙың, Башҡортостан Хөкүмәтенең  Рәхмәт хаттары,  төрлө министрлыҡтарҙың, комитеттарҙың, ведомостволарҙың, муниципаль берәмектәрҙең, учреждениеларҙың, йәмәғәт ойошмаларының бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары,    СССР-ҙың Мәғариф буйынса Дәүләт комитетының ”Эшендәге юғары уңышары өсөн” (1988), Рәсәй Дәүләт статистика комитетының ”2002 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу эшендә әүҙем ҡатнашҡан өсөн” (2003) билдәләре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” (2011), Рәсәй Президенты етәкселегендәге Дәүләт комитетына булышлыҡ итеү буйынса Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт советының “1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлеген мәңгеләштереү” (2013) миҙалдары менән бүләкләнә, Ж. Кейекбаев (2001), М. Ғафури (2010), М. Өмөтбаев (2011) исемендәге төбәк-ара, Башҡортостан Фәндәр академияһының юғары фәнни ҡаҙаныштар өсөн М. Өмөтбаев (2013) исемендәге премияларына лайыҡ була. 2015 йылда уға  БДУ-ның почетлы профессоры, 2016 й. – БР Ғафури районының почетлы гражданы тигән юғары исемдәр бирелә. 2019 йылда ул республикабыҙҙың юғары наградаһы – Салауат Юлаев ордены һәм “Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл” юбилей миҙалы,  2021 йылда  “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы менән наградлана.