Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
75.59
0
84.95
0
72.89
-9.33
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь , 13:47

Республикала яңы тыуған сабыйҙарҙы иҫәпләнеләр

Фото:Ксения Калинина

2021 йылдың ғинуар-сентябрендә Башҡортостанда 29 560 бала тыуған, 46 176 кеше вафат булған. Халыҡтың тәбиғи артыуы (кәмеүе) — 16 616 кеше, тип хәбәр итте республика статистиктары.

Башстат мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала донъяға килгән сабыйҙарҙың 10 600-ө — ғаиләлә икенсе. Шартлы икенсе урында — тәүге балалар (9 764).

Ошо ваҡыт эсендә 6 404 сабый — өсөнсө, 1 784-е — дүртенсе, 994-е — бишенсе һәм артабанғы булып тыуған, 14 бала — билдәһеҙ.

Башҡортостанда тыуым коэффициенты (мең кешегә) уртаса 9,9 процент тәшкил иткән. 33 муниципалитетта был күрһәткес республика буйынса уртаса кимәлдән юғарыраҡ. Тыуымдың иң юғары күрһәткесе Бөрйән (15,8 процент), Асҡын (13,5 процент), Баймаҡ (12,7 процент), Архангел (12,7 процент) һәм Ейәнсура (12 процент) райондарында теркәлгән.

Ә 30 муниципалитетта тыуым коэффициенты республика буйынса уртаса кимәлдән түбәнерәк. Иң түбән күрһәткес — Федоровка районында (5,3 процент), Ағиҙелдә (6,2 процент), Борайҙа (6,9 процент), Көйөргәҙелә (7 процент), Йәрмәкәйҙә (7,3 процент).

Быйыл ғинуар-сентябрь айҙарында вафат булғандарҙың 23 223-ө — ир-аттар, 22 953-ө — ҡатын-ҡыҙҙар.

Мәрхүмдәрҙең дөйөм һанынан 35 729 кеше — эшкә һәләтле йәштән өлкәнерәк, 10 074-е эшкә һәләтле йәштә булған.

Сағыштырыу өсөн: былтыр ошо уҡ осорҙа республикала 41 092 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.