«Әйҙәгеҙ, совет заманындағы белем биреү мәктәбен тергеҙәйек. Ул донъяла иң яҡшыһы ине, быны бөтәһе лә таныны, закон сығарыу тәҡдимдәребеҙ шуға йүнәлтелергә тейеш. Берҙәм дәүләт имтиханын бөтөрөргә <…> Был йәштәрҙе яфалау ғына», — тине ул «Кешенең именлеген тәьмин итеүҙә хоҡуҡтың роле» конференцияһында сығыш яһағанда.
Бынан алда Бастрыкин «РИА Новости» агентлығына интервьюһында дистанцион уҡытыуҙы тәнҡитләне. Бындай форматта материал традицион белем алыуға ҡарағанда насарыраҡ үҙләштерелә, тип билдәләне ул.
Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттә белдереүҙәренсә, Берҙәм дәүләт имтиханынан тулыһынса баш тартыу белем сифатын кәметеүгә килтереүе ихтимал. Бынан тыш, имтихан — абитуриенттарҙы юғары уҡыу йорттарына һайлап алыу өсөн һөҙөмтәле механизм.