Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
75.59
0
84.95
0
72.89
-9.33
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь , 12:20

Башҡортостандың Юғары суды рәйесе Земфира Латипова вафат

Фото:Башҡортостан Республикаһының Юғары суды

Өфөлә 24 ноябрь төнөндә Башҡортостандың Юғары суды рәйесе Земфира Латипова оҙаҡ ауырығандан һуң яҡты донъя менән хушлашты. Уға 66 йәш ине. Судтарҙың берләштерелгән матбуғат хеҙмәтендә ошо мәғлүмәтте раҫланылар.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Земфира Үзбәк ҡыҙы коронавирустан һуң өҙлөгөп вафат булған. Ул бер айға яҡын сир менән көрәшкән.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән Земфира Латипова 2019 йылдың апрелендә Башҡортостандың Юғары судына етәкселек итә башлай. Земфира Латипова суд системаһында 1982 йылдан алып эшләй. 1988 йылдан — Башҡортостандың Юғары суды судьяһы. 2009 йылда Башҡортостандың Юғары суды рәйесе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә, енәйәти суд эштәрен башҡарыу өсөн яуап бирә. 2018 йылдың сентябренән, Башҡортостан Юғары судының элекке рәйесе Михаил Тарасенконың икенсе эшкә күсеүе сәбәпле, ваҡытлыса уның вазифаһын башҡара.

«Башинформ» мәрхүмәнең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.