Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
75.59
0
84.95
0
72.89
-9.33
-9 °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь , 13:23

Башҡортостанда «Чиновник һөнәрен алмаштыра» проектының яңы этабы башланды

Башҡортостанда «Чиновник һөнәрен алмаштыра» проектының икенсе этабы башланды, тип хәбәр итте республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән «Чиновник һөнәрен алмаштыра» проектының сираттағы ҡатнашыусыһы — Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айрат Искәндәров. Ул был көндө икмәк бешереүсе һөнәрен үҙләштерҙе.

«Беҙ хәҙерге көндә хеҙмәт баҙарында популяр булған эшсе һөнәрҙәрҙе һайлап алдыҡ. Бурысыбыҙ — улар менән таныштырыу, йәштәрҙең иғтибарын йәлеп итеү. Бынан тыш, хеҙмәткәрҙәргә яҡшы мөнәсәбәттә булған предприятиеларҙы һайлап алабыҙ, был да йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырырға тейеш», — тине Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Әлеге ваҡытҡа 2013 йылда республиканың Хеҙмәт министрлығы башлап ебәргән «Чиновник һөнәрен алмаштыра» тигән үҙенсәлекле проектта 20-нән ашыу төрлө кимәлдәге етәксе ҡатнашты. 

Проекттың беренсе этабында чиновниктар үҙҙәрен штукатур, фрезеровщик, икмәк бешереүсе, һауынсы сифатында һынап ҡараны. Ул саҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев Өфө икмәкханаһында икмәк бешереүсе һөнәрен үҙләштергәйне.

Хеҙмәт министры — төҙөлөш ойошмаһында штукатур-маляр, спорт министры — фрезеровщик, ауыл хужалығы министры иһә һауынсы булып эшләне.

Артабан проектта табип, инженер һәм ташсы кеүек кәрәкле һөнәрҙәр үҙ урынын алды.

«Быйылдан «Чиновник һөнәрен алмаштыра» проекты тергеҙелде. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы проектҡа күберәк кешене йәлеп итергә ниәтләй», — тип белдерҙеләр республика хөкүмәтендә.

Автор:Галина Бахшиева