Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.08
+0.24
92.08
+0.36
61.05
-0.01
5+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь 2021, 10:56

-25-тән 0 градусҡа тиклем: Башҡортостанда йәнә һауа температураһының үҙгәреүе көтөлә

Ксения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Синоптиктар фаразынса, шаршамбы, 24 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан, тиҙлеге — секундына 5-10 метр. Һауа температураһы көндөҙ -8,-13 градус була.

Кесаҙна, 25 ноябрҙә, төндә урыны менән, көндөҙ иһә тотош республикала бер аҙ ҡар, айырым райондарҙа буран. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -14,-19, аяҙытҡанда -20,-25, көндөҙ -5,-10 градус.

Йома, 26 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуа, ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан талғын. Төндә -6,-11, аяҙытҡанда -16, көндөҙ 0,-5 градус була.

Читайте нас: