14:40 (UTC+5), 17 Ноября 2021

Башҡортостанда йәшәүселәр йылы яҡҡа китеп өлгөрмәгән аҡҡошто үҙҙәренә һыйындырған

Фото: Учалы гәзите

Башҡортостанға ҡыш килде, һыуыҡтар башланды. Ҡоштарҙың күбеһе йылы яҡтарға осоп китте. Ләкин Учалы районы Ахун ауылындағы быуала бер аҡҡош тороп ҡалған. Боҙ туңғас, ҡош оса алмаған.

Яңғыҙ аҡҡош осоп китә алмай интегә. Эттәр талап ҡуймаһын, тип шылтыратып әйткәндәр Ахун ауыл советы башлығы Әмир Харисовҡа.

«Беҙ хакимиәт водителе менән шунда уҡ барып таптыҡ. Ысынлап та, меҫкен ҡош бөтөнләй хәлһеҙләнгән, әммә имгәнгәнлеге күренмәй», — ти ул. 

Аҡҡошто Ғәли Кәримов үҙенә алған. Уның аҡҡошто ҡарау өсөн махсус шарттары юҡ. Ләкин ауыл советында ярҙам итергә вәғәҙәләгәндәр, тип яҙа  «Учалы гәзите».

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика