17:05 (UTC+5), 08 Ноября 2021

Радий Хәбиров карьерҙар тураһында: Хәлгә иғтибар итмәһәк, Аҡ йорт алдында ҡом сығара башларҙар

Ҡырмыҫҡалы районының Оло Талпаҡ күле янында бер ниндәй ҙә карьер булмай, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

Азат Ғиззәтуллин

Уның һүҙҙәренсә, күл эргәһендә карьер ҡаҙыуға лицензия 2015 йылда уҡ бирелгән, әлбиттә, быны эшләргә ярамаҫ ине. Республика етәксеһе хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙрановҡа пробеманы юридик яҡтан хәл итеү юлын табырға ҡушты.

«Бындай объекттарға тейергә ярамай, тигән фекерҙәмен. Әгәр беҙ хәлгә иғтибар итмәһәк, Аҡ йорт алдында ҡом сығара башларҙар»,  — тине Радий Хәбиров.

Вице-премьер Азат Баҙранов 6 ноябрҙә урындағы халыҡ менән осрашыуҙа ҡатнашыуы хаҡында һөйләне.

«Халыҡ ғәҙел асыулана, тип әйтә алам, күлдең әһәмиәте бик ҙур, был — күптәрҙең ял итеү урыны, районда иң ҙуры. «Ибраһим» ойошмаһы 2015-2018 йылдарҙа уҡ лицензиялар алған, район хакимиәте сәнәғәт үҫеше, завод төҙөү, ҡырсынташ сығарыу өсөн башҡа урындар ҙа тәҡдим иткән, ләкин компания әлегә баш тарта. Ведомство-ара комиссия район хакимиәтенә күлгә һаҡлана тигән статус бирергә тәҡдим итте», — тип билдәләне вице-премьер.

Радий Хәбиров республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәровты ведомствоның ошо йүнәлештә һүлпән эшләгәне өсөн тәнҡитләне.

«Беҙҙең бынан алдағы ҡарарҙарҙы нисек бойомға ашырыуығыҙҙы ҡарағым килә. Тиҙҙән Урал аръяғына тикшереү менән сығам, әгәр унда хәл үҙгәрмәһә, ҡыйын булыр. Шуның өсөн бер министрҙы эшенән бушатҡанымды хәтерләйһегеҙҙер. Ә Ҡырмыҫҡалы районынан бик күп ялыуҙар килә, бөтә районды аҡтарып сыҡҡандар. Беҙгә карьерҙар кәрәк, әлбиттә, республикала ҙур юл төҙөлөшө алып барыла. Ләкин барлыҡ эштәр лицензияларға ярашлы алып барылырға, бөтә шарттар үтәлергә тейеш», — тине Башҡортостан Башлығы.

Республика етәксеһе Ер аҫтын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге мәсьәләләре һәм ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса ведомство-ара комиссияһына Ҡырмыҫҡалы районын, Урал аръяғы райондарын кеүек үк, контролгә алырға ҡушты. Ике айҙан экология министры Ҡырмыҫҡалы районында ниндәй эштәр башҡарылғаны хаҡында мәғлүмәт еткерергә бурыслы. Иглин, Өфө һәм башҡа райондар ҙа иғтибар үҙәгенә алына.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика