Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.96
-0.9
92.68
-1.24
62.57
+0.18
8+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Октябрь 2021, 22:21

Был аҙнала Башҡортостанда -7 градусҡа тиклем һалҡынайтыуы көтөлә

Был аҙнала республикала һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуы көтөлә, тип фаразлай синоптиктар.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, ошо эш аҙнаһында һауа температураһы төндә 0, -7, көндөҙ иһә +1, +6 градус була. Атмосфера фронттары үткәндә, айырыуса республиканың төньяҡ райондарында, епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы мөмкин. Ҡайһы бер көндәрҙә күпселек райондарҙа яуым-төшөм көтөлә. Төндә һәм иртән юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Шуға бәйле водителдәргә йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһына алмаштырырға тәҡдим ителә.

Читайте нас: