07:20 (UTC+5), 22 Октября 2021

РФ Дәүләт Думаһының элекке депутаты Иршат Фәхретдинов коронавирустан мәрхүм булды

Бының турала социаль селтәрҙәрҙә Дәүләт йыйылышының вице-спикеры, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров хәбәр итте.

ПМИ Башинформ.рф(баш)

«Бөгөн төндә беҙҙең иптәшебеҙ, Дәүләт Думаһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш депутаты, өс һуғышты үткән полковник Иршат Фәхритдинов мәрхүм булды. Табиптар уның ғүмере өсөн 37 көн көрәшһә лә ковид көслөрәк булып сыҡты … Тыныс йоҡла, Иршат Юнир улы. Туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам!», — тип яҙған ул.

Иршату Фәхретдиновҡа 56 йәш ине.

Белешмә:

Иршат Юнир улы Фәхретдинов 1965 йылдың 1 февралендә БАССР-ҙың Шишмә районындағы Һайран ауылында тыуған. М.Ф. Фрунзе исемендәге Омск юғары дөйөм ғәскәри командирҙар училищеһын тамамлаған, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһын, Ҡораллы Көстәрҙең Генераль Штабы Хәрби академияһының квалификация күтәреү һәм ҡайтанан әҙерлек факультетын тамамлаған.

Афғанстанда һуғышта ҡатнашҡан. Абхазияла тыныслыҡ урынлаштырыусы көстәрҙә хеҙмәт иткән, яраланған. Чечня һуғышында булған. Башҡортостандың ғәҙәттән тыш зәлдәр министрлығында эшләгән. 2007 йылда РФ Дәүләт Думаһына бишенсе, 2011 йылда — алтынсы саҡырылыш депутаты итеп һайланған. «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе ағзаһы. Башҡортостандың Хәрби хәрәкәт инвалидтары ойошмаһын етәкләгән.https://www.bashinform.ru/news/social/2021-10-22/v-ufe-iz-za-koronavirusa-skonchalsya-eks-deputat-gosdumy-ot-bashkortostana-irshat-fahritdinov-2556550

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика