Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь 2021, 09:48

Оперштаб: Башҡортостанда федераль кимәлдә әйтелгәндән тыш өҫтәлмә ял көндәре булмаясаҡ

Төбәк оперштабы 20 октябргә ҡарата 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем иғлан ителгәндән тыш, республикала тағы өҫтәлмә ял көндәре индерелмәйәсәк тип белдерҙе.

20 октябрҙә БР Башлығы Радий Хәбиров төбәк биләмәһендә коронавируслы инфекцияны таратмау өсөн булдырылған оператив штаб ултырышын уҙғарҙы. Көн ҡаҙағында ковидтан вакциналау темпын арттырыу һәм 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял көндәре индереү булды.Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путин ил хөкүмәте ағзаларының үрҙә әйтелгән ваҡытта ял көндәрен индереүҙе раҫлауы тураһында әйтеп үтте. Артабан ул коронавирус сиренең Башҡортостан биләмәһендә таралыуы хәле буйынса һөйләшергә саҡырҙы.

Вице-премьер – БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, республикала COVID-19 менән ауырыу ситуацияһы ауыр булһа ла тотороҡло килә. Вакциналау темптары яйлап арта, уның буйынса Башҡортостан илдә алдынғы биш төбәк араһына ингән. Һуңғы тәүлектә 36 886 кеше прививка яһатҡан, уның 22 561-е – беренсе компонентҡа тура килә. Ғөмүмән алғанда, республикала беренсе компонентты 1 479 634 кеше ҡабул иткән, вакцинацияны 1 274 766 кеше тамамлаған.20 октябргә ҡарата сирҙе йоҡтороусылар һаны 78 805-кә еткән, тәүлек эсендә 668 яңы осраҡ теркәлгән.

Оперштаб ултырышында БР Башлығы Радий Хәбиров указы менән вакцина яһатмаған граждандарға ҡарата индерелгән сикләү сараларын тормошҡа ашырыу тураһында ла һөйләнеләр.

65 йәштән ололарға адреслы ярҙам итеүҙе көсәйтеү маҡсатында 21 октябрҙән социаль хеҙмәткәрҙәр өй һайын йөрөп тикшерәсәк. Улар һаулыҡ хәлен һәм нимәгә мохтажлыҡ кисереүҙәре тураһында һорашасаҡ. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2021-10-20/v-bashkirii-ne-budut-vvodit-dopolnitelnye-vyhodnye-pomimo-federalnyh-opershtab-2554641

Автор:ПМИ Башинформ.рф(баш)
Читайте нас: