07:00 (UTC+5), 20 Октября 2021

Өфөлә оло йәштәге ҡатын берәҙәк бесәйҙәрҙе ашатырға маташҡаны өсөн 10 йәшлек ҡыҙҙы туҡмаған

Бының турала социаль селтәрҙәр аша билдәле булды.

Фото: социаль селтәрҙәрҙән
ПМИ Башинформ.рф(баш)

Аноним сығанаҡ мәғлүмәте буйынса кисә көндөҙ Ладыгин урамының №13/1 йорто янында 10 йәшлек ҡыҙ бесәйҙәрҙе ашатырға булған. Ул хайуандарҙы ярата һәм уларҙы һыйларға ата-әсәһе биргән аҡсаға аҙыҡ һатып ала. Ладыгин урамында бесәйҙәр өсөн махсус оялар ҙа ҡоролған.

«Шул мәлдә йортта йәшәүсе адекват түгел ҡатын ҡыҙҙы сәсенән эләктергән һәм башы менән ояға бәрергә тотонған. Урамдан үтеп барған ир ҡыҙға ярҙамға ашыҡҡан», - тип һөйләгән аноним.

Ҡыҙ тән йәрәхәттәре алған, ата-әсәһе полицияға мөрәжәғәт иткән.

«Билдәһеҙ ҡатын ҡыҙыма тән йәрәхәттәре яһаны тип дежур часҡа мөрәжәғәт итеү булды. Был ваҡиға буйынса тикшереү бара.  Суд-медицина экспертизаһы үткәреләсәк, уның йомғаҡтары буйынса процессуаль ҡарар сығарыласаҡ. Һөжүм итеүсенең шәхесе асыҡланған, полиция хеҙмәткәрҙәре унан һорау алған», - тип белдерҙеләр «Башинформ»ға Рәсәй Эске эштәр министрлығының БР буйынса матбуғат хеҙмәтенән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2021-10-20/v-ufe-babushka-izbila-10-letnyuyu-devochku-za-popytku-pokormit-bezdomnyh-koshek-2553654

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика