10:40 (UTC+5), 19 Октября 2021

Водителдәргә автомобилдәрҙең тәгәрмәстәрен алмаштырыу тәҡдим ителә

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
Башҡортостанда көн торошоноң боҙолоуы көтөлә. Ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ, кискеһен юлдарҙың айырым урындарында боҙлауыҡ ятасаҡ, тиҙлеге секундын 18 метрға еткән киҫкен ел көтөлә.
Синоптиктар әйтеүенсә, алдағы тәүлектә көн торошо болотло буласаҡ, урыны менән ямғыр көтөлә. Республиканың көньяҡ-көнсығышында ямғыр яуасаҡ, көндөҙ ҡар ҡатыш ямғырға күсәсәк, кискеһен юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан төндә 5-10 м/с, көндөҙ 8-13 м/с тиҙлеккә етәсәк, урыны менән 18 м/с буласаҡ. Һауа температураһы төндә -2,+3, көндөҙ +2,+7 градусҡа етәсәк. Юлдарҙың айырым урындарында 1-2 саҡрым арала күреү мөмкинлеге кәмейәсәк.
Өфөлә лә болотло көн торошо көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төндә 5-10 м/с, көндөҙ 9-14 м/с. Һауа температураһы төндә 0,+2, көндөҙ +5,+7 градус күрһәтәсәк.
РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса идаралығынан водителдәргә хәүефһеҙ тиҙлек режимында йөрөргә кәңәш итәләр. Унда шулай уҡ автомобилдең йәйге тәгәрмәстәрен ҡышҡы комплектҡа алмаштырыу кәрәклеге тураһында әйтелә.
«Йәйәүлеләргә кейемдә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар ҡулланыу кәрәклеге тураһында иҫкәртәбеҙ, уларҙы балаларығыҙ ҙа йөрөтһөн. Боҙлауыҡ мәлендә ҡолау һәм йәрәхәтләнеү хәүефе бар икәнен хәтерҙә тотоғоҙ, алдан таймай торған табанлы аяҡ кейеме әҙерләгеҙ», — тип ведомствонан граждандарға мөрәжәғәт иттеләр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика