14:42 (UTC+5), 19 Октября 2021

Өфөлә Комсомол урамын асыу йәнә күсерелде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
Комсомол урамының СССР-ҙың 50 йыллығы урамынан Шәфиев урамына тиклем араһын асыу йәнә үҙгәрҙе. Өфө ҡалаһы мэрияһынан хәбәр итеүҙәренсә, был урындан хәрәкәтте асыу 20 ноябрҙә планға ингән.
«Башинформ» алдан белдереүенсә, хәрәкәт 1 сентябрҙә асылырға тейеш ине. Аҙаҡтан был 15 сентябргә күсерелде.
Өфөнөң Юл һәм яһалма ҡоролмаларҙы төҙөү-ремонтлау идаралығының начальнигы Константин Паппе мэриялағы оператив кәңәшмәлә түбәндәгеләрҙе бәйән итте:
«8 Март урамында яңы яҡтыртҡыстар, кәртәләр ҡуйыла, кеше үткәргес тротуарҙарҙы һәм техник һыҙаттарҙы ҡороу тамамлана. Комсомол урамында светофорҙар яңыртыла, яҡтыртҡыстар, һыу ағыҙыу улаҡтары, техник һыҙаттар һәм тротуарҙар ҡорола, борт таштары ҡуйыла, һуңғы участокта асфальт-бетон япмаһының өҫкө ҡатламы түшәлә. Был объекттарҙа эштәр муниципаль контрактҡа ярашлы 2021 йылдың 20 ноябрендә тамамланасаҡ».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика