14:00 (UTC+5), 15 Октября 2021

 Талҡаҫ күле һаҡланыу статусын алды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры яңы махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһен булдырыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күле һаҡланыу статусын алды. Бының туралағы документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталына һалынған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 майҙа Баймаҡта үткән кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Талҡаҫ күленә махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһен статусы биреү тураһында бурыс ҡуйҙы. Төбәк етәксеһе шунда әйтеүенсә, Баймаҡ районы халҡы бына күп йылдар дауамында файҙалыҡ ҡаҙылмаларҙы табыу буйынса күләмле эштәр башҡарған эшҡыуарҙарҙан интегә. Улар күп осраҡта тәбиғәтте һаҡлау закондарын боҙоп эшләй. Атап әйткәндә, Иҫән, Түбә, Һаҡмар, Темәс ауылдарында йәшәүселәр «Семенов руднигы» йәмғиәтенең Талҡаҫ күленән алыҫ түгел урында карьер асырға йыйыныуына бәйле муниципалитетҡа һәм республика властарына мөрәжәғәт иткән.
Хәҙер был биләмәлә тәбиғәттең һаҡланыуына зыян килтерерҙәй эшмәкәрлек тыйылды. Быға файҙалы ҡаҙылмаларҙы эҙләү, разведкалау, табыу, быраулау эштәре, төҙөлөш, сәнәғәт балыҡсылығы, һыу аҫты һунары кеүек эштәр инә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика