05:10 (UTC+5), 15 Октябрь 2021

Элвин Грей оҙаҡ уйланғандан һуң коронавирустан прививка яһатҡан

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Башлығының мәҙәниәтте һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләлре буйынса кәңәшсеһе Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) оҙаҡ уйланғандан һуң COVID-19-ҙан прививка яһатҡан.
Артист социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең сәхифәләренә яҙылыусыларына “бөтә кире һәм ыңғай яҡтарын уйланым да, табип менән кәңәшләшеп быны эшләнем” тигән.
«Мин хәҙер COVID-19-ҙан прививка яһаттым. Йәмғиәттә даими булғанда беҙ үҙебеҙҙең генә түгел, шулай уҡ башҡаларҙың һаулығы өсөн дә яуаплы. Әлеге ваҡытта тап вакцина ярҙамында вирустарҙан ышаныслы һаҡланып булла. Һәр беребеҙҙең үҙенсә һайларға хоҡуғы бар, мин бары тик үҙемдеке менән бүлешәм. Яҡындарығыҙҙы һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ», — тип яҙған популяр артист.
Быға тиклем Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин кешеләр әүҙем прививка яһата башланы тип белдерҙе. Төбәктә яңы коронавируслы инфекцияға ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын 1 374 700 кеше ҡабул иткән, икенсеһен 1 238 126 кеше яһатҡан. Республикала коллектив иммунитет булдырылһын өсөн 1,9 млн кеше вакцина ҡаҙатырға тейеш.
Әлеге ваҡытта төбәктә прививка яһатыу өсөн 145 пункт асылған. Өфөлә «Торатау» Конгресс-холында, «Башкирия» лайфстайл-үҙәгендә, «Планета» сауҙа үҙәгендә төшкө сәғәт 1-ҙән киске сәғәт 7-гә тиклем мобиль пункттар эшләй. Йәшәгән урындағы поликлиникаларҙа ла вакцинация үтергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика