13:22 (UTC+5), 15 Октября 2021

 Башҡортостандың Ғафури районында шишмә төҙөкләндерелгән

IMPORT Сервисный
Яугилде ауылы янындағы Ҡолош шишмәһе һыу үткәргес ҡоролғанға тиклем әллә нисәмә быуын кешене һыу менән тәьмин иткән. Күптән түгел ул яңырыш кисерҙе.
«Атайсал» республика проекты буйынса шишмәне төҙөкләндереү һәм уның эргә-тирәһен тәртипкә килтереү идеяһының авторы ошо ауылда тыуып үҫеүсе, БР Милли архивы директоры урынбаҫары, билдәле журналист яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Ниязбай Сәлимов булған. Һәр кемдең хәленән килгәнсе иғәнә йыйғандан һуң әүҙемдәр ҡоҙоҡ ҡулсалары, торба ҡуйған, тирә-яҡты тәртпикә килтергән, беседка урынлаштырған, кәртәне буяған.
Ошо көндәрҙә бәләкәй булһа ла, ауыл өсөн бик мөһим объектты асыу тантанаһы уҙҙы. Ҡоҙоҡ янына ололар, урта йәштәгеләр һәм балалар йыйылды. Йыр-моң менән күңел асыу, ижад номерҙары рәсми кешеләрҙең сығышы менән оҙатылып барҙы. Шишмәнең матурлығын элекке хәленә ҡайтарыуҙа әүҙем булыусыларға Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр бирелде, аҙаҡтан шишмә янында ағастар ултыртылды. Сара һуңында күмәкләшеп сәй эсеү, фотоға төшөү булды.
«Ҡолош шишмәһе ауылдан ситтә булһа ла, ысын мәғәнәлә уның күркенә әйләнде. Киләсәктә бында ысын парк барлыҡҡа киләсәк, ауылдаштар һәм ҡунаҡтар унда тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итәсәк», – тип проектты тормошҡа ашырыусы Ниязбай Сәлимов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика