06:00 (UTC+5), 15 Октября 2021

Башҡортостанда өлкән йәштәгеләрҙең үҙҡурсалау мәлендә Координация үҙәге яңынан эшләй башлай

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
БР Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығының Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү республика үҙәге ҡарамағында Координация үҙәге яңынан эшләй башлай.
Үҙҡурсалау режимында булғандар (65 йәштән ололар һәм хроник сирлеләр) 8-800-775-0014 телефоны буйынса ғариза ҡалдыра ала.
«Ҡыҙыу линия» буйынса аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, тәү сиратта кәрәкле тауарҙар һатып алыу, сүп-сар сығарыу кеүек хеҙмәттәр башҡарыуға ғаризалар ҡабул ителә. Шылтыратыуҙар эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә, уларҙы белгестәр эшкәртә һәм һаҡланған элемтә каналы буйынса биләмәргә ҡараған коммерцияһыҙ автономлы учреждениеларға ебәрә.
Бынан тыш, ололар, хроник сирлеләр, 1 һәм 2 төркөм инвалидтары «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Беҙҙең хәстәр» ирекмәндәр үҙәгенә 8-800-201-89-03 телефоны буйынса шылтыратып ғариза ҡалдыра ала. Артабан волонтер һеҙҙең һорау буйынса кәрәкле магазинға, дарыуханаға инеп тауарҙар аласаҡ. Аҙаҡтан чек буйынса аҡсаһын ҡайтарырға кәрәк буласаҡ. Бында шулай уҡ оло йәштәгеләрҙе дауаханаға йәки вакциналау үҙәгенә бушлай алып бара алалар. Ғаризалар дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге сәғәт 9-ҙан киске сәғәт 6-ға тиклем ҡабул ителә.
Республикала Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге эшләүе тураһында ла иҫкәртәбеҙ. 8(347)-218-1919 телефоны буйынса шылтыратып дауаланыу, бушлай дарыуҙар алыу, хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ белешмәләрен эшләтеү кеүек һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирустан прививка яһатмаған 65 йәштән оло граждандарға мотлаҡ үҙҡурсалау режимы тураһында указға ҡул ҡуйҙы. 13 октябрҙән уларға иртәнге сәғәт 11-ҙән төшкө сәғәт 1-гә тиклем аҙыҡ-түлек артынан магазинға, дарыуханаға, табиптарға (шул иҫәптән вакцина яһатырға), дачаға, ҡаланан ситтәге йортҡа һәм зыяратҡа барырға ғына рөхсәт ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика