10:00 (UTC+5), 15 Октябрь 2021

Башҡортостанда колледж уҡытыусыларының эш хаҡын икеләтә арттырырға әҙер булыусылар бар

IMPORT Сервисный
Төп шарт – педагогтар айырым алынған эш биреүсе талап иткән белгестәрҙе әҙерләргә тейеш. «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында урта һөнәри белем биреү өлкәһендәге хәлдәр тураһында һөйләшеү уҙҙы. Сарала Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, республика колледждары етәкселәре, эш биреүсе компания вәкилдәре булды.
Айбулат Хажин республикалағы урта һөнәри белем биреүҙең төп проблемаларын әйтеп уҙҙы. Беренсенән, материаль-техник базаның наҡыҫ булыуы - ул айырыуса оҫтаханалар һәм лабораторияларҙың ҡорамалдарында күренә. Был йүнәлештә һиҙелерлек аҙымдар ҙа бар: республикала 67 оҫтахана WorldSkills донъя стандарттарына ярашлы йыһазландырылған, тағы 42 оҫтаханаға ҡорамалдар өсөн конкурста еңеү яуланған. Материаль базаны модернизациялауҙа колледждарҙың сығарылыш уҡыусыларында мохтажлыҡ кисергән эре предприятиелар ярҙам итә.
Икенсе проблема – СПО системаһында эшләгән кадрҙарҙың ҡартайыуы. Был айырыуса ауылдағы уҡыу йорттарында күренә. Эш хаҡының түбән булыуы ла бәкәлгә һуға. Колледж етәкселәре белдереүенсә, уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡы айына 40 мең һум тирәһе тәшкил итә. Йәш белгестәр бер ярым ставкаға эшләһә лә 20 мең һум тирәһе эш хаҡы ала, был уларҙы системала нығынып китеүенә ирек бирмәй. Ҡайһы бер колледждар кадрҙарҙы үҙҙәре әҙерләргә тырыша – улар иң яҡшы уҡыусыларҙы уҡытыусы булырға ҡыҙыҡһындыра.
Проблеманы хәл итеүҙә эш биреүселәр ҡатнашырға әҙер. «ОДК-УМПО» ПАО-һы идарасы директор урынбаҫары – персонал буйынса директор Николай Лютов белдереүенсә, предприятие маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға ингән колледж студенттарына стипендия түләргә, сифатлы эш күрһәткән уҡытыусыларға предприятиеның махсус түләүе аша эш хаҡтарын икеләтә арттырырға вәғәҙәләй. УМПО-ға эшкә урынлашҡан хеҙмәткәрҙәрҙең 75%-ы урта һөнәри белем алған. Уларға заманса ҡатмарлы ҡорамал менән эшләргә тура киләсәк, шуға күрә лә предприятие кадрҙарҙы әҙерләүгә юғары талаптар ҡуя.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика