16:11 (UTC+5), 15 Октября 2021

Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында дөйөм практика табибы офисы барлыҡҡа киләсәк

Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин
Бының турала БР Башлығы Радий Хәбиров бөгөн ауыл халҡы менән осрашҡанда белдерҙе. Офис үҙе 2023 йылда асыласаҡ, киләһе йылда ул проектлана башлаясаҡ.
Бөрйән үҙәк район дауаханаһы баш табибы белдереүенсә, медучреждениела эшләргә белгес бар, ауылдың үҙенең ФАП-ы ла бар. Ырғыҙлыға шулай уҡ газ үткәрелә башлаған.
Радий Хәбиров Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса илдә тораҡ пункттарға газ үткәреп бөтөүҙе тамамлау программаһы башланды тип иҫкәртеп үтте. Аҙаҡтан ҡышҡа тиклем Ырғыҙлы ауылының үҙәк урамына асфальт түшәүҙе тамамларға ҡушты
. Республика етәксеһе ауылда вакциналау нисек үткәне тураһында ла ҡыҙыҡһынды. Ырғыҙлылар уға яуап итеп, Бөрйәндә беҙ иң әүҙеме тип яуап ҡайтарҙы.
«Вакцинацияны мотлаҡ үтергә кәрәк. Ул һеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлаясаҡ. Коронавирус менән сирләгән осраҡта ла ул күпкә еңелерәк уҙасаҡ», — тине быға Радий Хәбиров.
Әңгәмәлә шулай уҡ Иҫке Собханғол - Мораҡ дөйөм ҡулланылышлы автомобиль юлын капиталь ремонтлау тураһындағы тема ла ҡуҙғытылды. Әле уның торошо ҡәнәғәтләнерлек түгел. Яҙын-көҙөн унан еңел автомобилдә үтеп булмай. Юл участкаһының был өлөшөндәге төҙөлөш-монтажлау эштәренең дөйөм суммаһы 2020 йылғы хаҡтар менән 445 млн һум тәшкил итә. Радий Хәбиров әйтеүенсә әлегә республика бюджетында был күләмдәге аҡса юҡ, төҙөлөш ҙур сығымдар талап итә. Киләһе йылда Мораҡ яғынан 3 км юл асфальтланасаҡ, ҡалған өлөшө иһә тәртиптә тотоласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика