04:00 (UTC+5), 14 Октября 2021

Башҡортостанда 1 миллиондан ашыу кеше киҙеүгә ҡаршы прививка яһатҡан

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Республикала киҙеүгә ҡаршы прививка кампанияһы бара. Төбәк Роспотребнадзорынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта 1 033 042 кеше вакцина ҡаҙатҡан, араһында 17 336 бала бар. Был республика дөйөм халҡының 25,6%-тын тәшкил итә.
Киҙеү киҫкен вирус инфекцияһы (ОРВИ) булып тора. Ул һауа-тамсы юлы менән тарала, ҡапыл башлана, тән температураһы 38 °C һәм унан юғарыраҡ була, организмға дөйөм интоксикация яһай, тын алыу юлдарын зарарлай. Киҙеү өҙлөгөүҙәр һәм үлем хәүефе менән янай.
Быйылғы киҙеү миҙгеле яңы коронавируслы инфекция эпидемияһы менән тап килгәс, медиктар фекеренсә киҙеүгә ҡаршы прививка яһатыу мөһим. Ул ни тиклем иртәрәк башҡарылһа, шул хәтлем яҡшы буласаҡ тиҙәр. Әгәр ҙә ике инфекция бер юлы йоҡһа, бының насарыраҡ эҙемтәләргә килтереүе мөмкин.
Киҙеүгә ҡаршы йыл да вакцина яһатыу был сирҙе иҫкәртеү һәм унан килеп тыуған өҙлөгөүҙәргә ҡаршы иң ышаныслы сара булып ҡала. Әле ҡулланылған вакцина миҙгелгә тура килгән сир штамдарына ҡаршы тулыһынса яраҡлашҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика