09:18 (UTC+5), 14 Октября 2021

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы коллекторҙарға ялыуҙар арҡаһында «Элемтә тураһында»ғы законды үҙгәртергә тәҡдим итә

IMPORT Сервисный
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Элемтә тураһында»ғы Федераль законына өҫтәмәләр индереүгә тәҡдим яһаны. Улар фекеренсә, унда абоненттар–юридик шәхестәр тураһында мәғлүмәт алыу тәртибе яйға һалынмаған. Эш тәжрибәһе буйынса хоҡуҡ боҙоуҙы асыҡлау өсөн бындай мәғлүмәтте алыу кәрәклеге хәлдәре булып тора.
«Суд приставтарының федераль хеҙмәтенә даими рәүештә коллектор ойошмаларының эшенә ҡарата ялыуҙар килә. Улар ҡайһы берендә хоҡуҡ сиктәренән сыға һәм шылтыратып, янап бурыслыларға тура мәғәнәлә террор яһай. Хоҡуҡ боҙоуҙы иҫбатлау һәм абонент номеры коллектор ойошмаһы эйә икәнен күрһәтеү өсөн суд приставтары хеҙмәте тейешлесә мәғлүмәткә эйә булырға тейеш», — тип белдерҙе Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев.
Парламент спикеры аныҡлап китеүенсә абоненттар тураһында белешмә ҡулланыуға сикләнгән мәғлүмәт булып тора һәм уларҙың рөхсәтһеҙ тик айырым осраҡтарҙа ғына ебәрелергә тейеш. Был осраҡтар «Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы тураһында», «Федераль именлек хеҙмәте тураһында», «Оператив-эҙләү эшмәкәрлеге тураһында», «Башҡарма производство тураһында», «Полиция тураһында» закондарында һәм башҡаларында яҙылған.
«Граждандар-абоненттар тураһында мәғлүмәтте алыу тәртибе раҫланған булһа, юридик шәхестәр-абоненттарға ҡарата быны хоҡуҡи көйләү талап ителә. Беҙ тәҡдим иткән закон проекты был юҫыҡты тулыландырырға ярҙам итәсәк».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика