11:34 (UTC+5), 13 Октября 2021

Стәрлетамаҡ COVID-19 госпитале табибы: беҙ ковидтың дүртенсе тулҡынының иң бейек нөктәһенә барып еттек

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
Стәрлетамаҡ ковид госпитале бүлеге мөдире Таһир Нурисламов фекеренсә, Башҡортостан коронавируслы инфекция менән ауырыуҙың дүртенсе тулҡынының иң бейек нөктәһенә барып еткән. 60 йәштән өлкәндәр үтә ҙур хәүеф аҫтында тора.
«Йәштәрҙең организмы ныҡ, сиргә ҡаршы көрәшкә һәм тергеҙеүгә көстәре бар. Тик, йылдар үтеү менән һаулыҡ наҡыҫая, кеше яңынан-яңы ауырыуҙарға дусар була. Өлкән йәштәге пациенттар ярҙамға йышыраҡ мохтаж һәм коронавирус менән зарарланыуҙы ауыр кисерә», — тип хәбәр итте Таһир Нурисламов.
Табип фекеренсә, иммунлашыу менән яһалма иммунитет булдырыу, үҙҡурсалау режимын һаҡлау, кешеләр менән аралашыуҙы кәметеү бик мөһим булып тора.
«Был зарарланыу сылбырын өҙөргә мөмкинлек бирәсәк. Контакт мәлендә, һөйләшкәндә һулап сығарған һауала һыу бөрсөктәренә вирус эләгеп сыға, һулағанда иһә үпкәләр зарарлана. Үҙҡурсаланыу ауырыу йоҡтороуҙан һаҡлаясаҡ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Таһир Нурисламов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика