04:20 (UTC+5), 13 Октябрь 2021

Башҡортостан военкоматы Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын йөҙ йәше менән ҡотланы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Республиканың хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Вера Семёновна Чичереваны бер быуатлыҡ юбилейы менән тәбрикләне.
«Республика военкоматы исеменән һәм үҙемдән һеҙҙе матур юбилейығыҙ менән ҡотлайым. Һеҙ илебеҙ тарихындағы иң ауыр мәлгә эләктегеҙ. Һеҙҙең батырлыҡ үҫеп килгән быуынға Тыуған ил һәм Ватанды нисек яратыу һәм һаҡлау өлгөһө булып тора», — тине юбилярға полковник Михаил Блажевич.
Вера Семёновнаға Бөтә Рәсәй офицерҙар союзының «Присягаға тоғролоҡ өсөн» миҙалы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Сара аҙағында Үҙәк хәрби округының инженер бригадаһы хәрби оркестры юбиляр йорто ихатаһында концерт ҡуйҙы.
Белешмә.
Вера Семеновна Чичерова 1921 йылдың 12 октябрендә Башҡорт АСССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. Ҡыҙыл армия сафтарында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. 1942 йылдың 16 апрелендә Өфөнөң Жданов район хәрби комиссариаты тарафынан фронтҡа алынған.
Белорус фронтының 3-сө Армияһына ҡараған Суворов һәм Кутузов орденлы 157-се уҡсылар Неман дивизияһында санитар инструктор булып хеҙмәт итә. Ҡылған батырлығы өсөн 1944 йылдың 11 ғинуарында «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән наградлана.
СССР, Көнсығыш Европа биләмәһен азат итеүҙә, Берлин һөжүм операцияһында, Маньчжур һөжүм операцияһында ҡатнаша. Хәрби ҡаҙаныштары өсөн 1985 йылда II дәрәжә Ватан һуғышы ордены бирелә.
Демобилизациянан һуң Вера Семеновна Чичерова Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссариатында эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика