05:10 (UTC+5), 13 Октября 2021

Башҡортостан Роспотребнадзоры мотлаҡ вакцина яһатырға тейешле граждандар исемлеген күрһәтте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Республиканың баш санитар табибы ҡарарына ярашлы түбәндәге граждан категориялары COVID-19-ҙан мотлаҡ вакцина яһатырға бурыслы:
— 60 йәштәгеләр һәм унан өлкәндәр;
— Медицина, фармацевтика һәм санатор-һауыҡтырыу ойошмалары хеҙмәткәрҙәре;
— Белем биреү ойошмалары, шул иҫәптән өҫтәлмә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре;
— Халыҡты социаль яҡлау һәм социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары, күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре;
— Социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларында йәшәүселәр;
— Транспорт һәм транспорт инфраструктураһы ойошмалары хеҙмәткәрҙәре;
— Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, дәүләт сиге аша үткәреү пунктында дәүләт контроль органында эшләүселәр, енәйәт-башҡарыу системаһы учреждениелары хеҙмәткәрҙәре;
— Вахталы ысул менән эшләүселәр, волонтерҙар;
— Хәрби хеҙмәт башҡарыусылар һәм хәрби хеҙмәткә алыныусылар;
— Хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләүселәр:
сауҙа, матурлыҡ салоны, бөҙрәхана, косметика, СПА, массаж салоны, солярий, мунса, сауна, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, фитнес-клубы, бассейн
көнкүреш хеҙмәттәре, шул иҫәптән кер йыуыу, химик таҙартыу, ателье кеүек хеҙмәттәр
йәмәғәт туҡланыуы
финанс ойошмаларҙың клиент бүлексәләре
почта һәм башҡа элемтә хеҙмәте күрһәтеүсе ойошмалар
пенсия, социаль һәм медицина страховкалауы, мәшғүллек үҙәге
торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм энергетика
мәҙәни, күргәҙмә, мәғрифәт саралары, шул иҫәптән музейҙар, театрҙар, кинотеатрҙар, концерт һәм күргәҙмә залдары, китапханалар, лекциялар, тренингылар
ял итеү, күңел асыу, тамаша саралары (шул иҫәптән уйын саралары, оҫталыҡ дәрестәре, цирктар, зоопарктар, аквапарктар)
балаларҙың уйын бүлмәләре, балалар күңел асыу үҙәктәре, балаларҙың көндөҙгө лaгepҙары
бәлиғ булмаған балаларҙы ял иттереү һәм һауыҡтырыу хеҙмәте
күмәк кеше ҡатнашлығында, физкультура, спорт сараларын үткәреү
юридик, типография хеҙмәте
ҡунаҡхана, туризм хеҙмәте
мәғлүмәт хеҙмәте
аптека һәм ветеринар ойошма хеҙмәттәре
клининг компаниялары, дезинфекция, дезинсекция, дератизация үткәреү, ерләү хеҙмәте
автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау хеҙмәте
һаҡ предприятиелары хеҙмәте
алып килеү, курьер хеҙмәте.
— Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан, муниципаль хеҙмәткәрҙәре, башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре
— Белем биреү ойошмаларының структуралы подразделениеһынан ситтә производство практикаһын үтеүсе һөнәри белем биреү һәм юғары һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡыусы 18 йәштән өлкән граждандар.
Был сара төбәктә яңы коронавируслы инфекция буйынса хәүефле эпидемиологик хәл килеп тыуыуға бәйле индерелгән. Ҡарарға ярашлы, ойошма, ведомстволар етәкселәре үҙҙәренең коллективтарын вакциналауҙы ойошторорға тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика