08:56 (UTC+5), 12 Октября 2021

Башҡортостанда ҡош киҙеүе буйынса карантинлы зонанан ҡошсолоҡ продукцияһын сығарырға маташҡандар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Республика буйынса Россельхознадзор белдереүенсә, Туймазы районындағы ҡош киҙеүе буйынса карантинлы зонанан ветеринар оҙатыуы документтарһыҙ ҡошсолоҡ продукцияһын сығарырға уйлағандар. Был факт Бишҡурай ауылының карантин посында асыҡланған. Полиция хеҙмәткәрҙәре тикшерергә туҡтатҡан автомобилдә полиэтилен тоҡтарға тултырылған 100 кг ҡаурый, 10 кг ҡаҙ тәпәйҙәре һәм баштары булған. Россельхознадзорҙың республика буйынса идаралығының эске ветеринар күҙәтеүе бүлегенең дәүләт инспекторы тарафынан был табылдыҡҡа ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш асылған. Ветеринар документһыҙ был продукция артабан юҡ ителеүгә тартып алынған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Туймазы районының Бишҡурай һәм Николаевка ауылдарындағы “Алтын ҡаҙ” ҡошсолоҡ фермаларында ҡаҙҙарҙа ҡош киҙеүе асыҡланған. Бында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән, ауырыу усағын юҡ иткәндән һуң юғары әҙерлек режимы менән 21 көнлөк карантин ғәмәлгә индерелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика