09:17 (UTC+5), 08 Октября 2021

Яңы антирекордтар: Башҡортостанда тәүлек эсендә 615 кешенең COVID-19 йоҡтороуы асыҡланған, вафат булғандар — 32

Ксения Калинина
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы буйынса яңы антирекордтар теркәлә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 8 октябргә мәғлүмәттәре буйынса, республикала тәүлек эсендә 615 кешенең COVID-19 йоҡтороуы асыҡланған, 32 сирле вафат булған.
Шулай итеп, Башҡортостанда ауырыуҙарҙың дөйөм һаны 71 023-кә еткән. Стационарҙа 986 кеше дауалана, шул иҫәптән 60 йәште үткән 591 пациент. 50 кешенең хәле ауыр, 17-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 6 244 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана (60 йәштән өлкән 4 143 кеше).
Коронавирустан бөтәһе 61 971 пациент һауыҡҡан, шул иҫәптән 604-е — һуңғы тәүлектә.
Әлеге ваҡытта республикала вафат булғандар һаны — 1822 кеше, 60 йәштән өлкәндәр — 1534.
Башҡортостанда вакцинация дауам итә. 1 891 848 кеше — вакцинаның беренсе, 1 325 308 кеше ике компонентын да алған.
Шулай уҡ дауахананан тыш пневмония статистикаһы ла алып барыла. Бер тәүлектә 239 осраҡ асыҡланған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика