11:25 (UTC+5), 08 Октября 2021

Радий Хәбиров Республика көнө алдынан дәүләт наградалары тапшырҙы

Валерий Шахов
Азат Ғиззәтуллин
Республика көнө алдынан Радий Хәбиров Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Бөгөн улар төрлө һөнәр эйәләренә тапшырыла, тип билдәләне ул. Күп осраҡта уларҙың хеҙмәте менән Башҡортостан уңышлы үҫешә, ышаныслы рәүештә алға ҡарай, рейтингтарҙа юғары баҫҡыстарҙы биләй. Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, бүләкләнгәндәрҙең һәр береһе – республика ғорурлығы, барыһы ла йылы һүҙҙәргә лайыҡ.
«Бөгөн беҙ Өфө дәүләт авиация техник университеты профессоры Барый Ғәли улы Ильясовты бүләкләйбеҙ. Ул 60 йылға яҡын мәғлүмәт һәм робот техникаһы системаларын үҫтереү менән шөғөлләнә. Барый Ғәли улы – тиҫтәләгән дәреслектәр һәм монографиялар авторы, илебеҙ һәм донъя фәнендә абруй ҡаҙанған. Уның етәкселегендә 55 фән кандидаты, 19 фән докторы әҙерләнгән. Тағы бер күренекле ғалимыбыҙ, нефть-газ фәненә тос өлөш индергән Борис Николаевич Мастобаевҡа ла ихлас күңелдән рәхмәт әйткем килә. Борис Николаевич етәкселегендә 22 фән кандидаты әҙерләнгән. Ул Австрияның Леобен тау университеты менән ике диплом программаһы буйынса магистратура студенттарының берлектәге уҡыуын ойошторған», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика Башлығы Благовещен психоневрология интернаты директоры Айҙар Әйүповты ла билдәләне. Ул 30 йыл самаһы ошо учреждениела эшләй, интернатта дауалау процесы сифатын күтәреү өсөн күп эш башҡара.
Бөгөн Башҡортостан Башлығы 60-тан ашыу кешене дәүләт наградалары менән бүләкләне.
Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы исемен алған Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡов ошондай юғары награда өсөн рәхмәт әйтте.
«Был — ҙур ышаныс, Радий Фәрит улы, мәҙәниәт өлкәһенә даими иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт, ниндәй ярҙам күрһәтелеүен күреп торабыҙ. Беҙ күп милләтле сәнғәтебеҙҙе Рәсәйҙә генә түгел, донъяла ла пропагандаларға тырышабыҙ. Барыһын да яҡынлашып килгән Республика көнө менән», — тине Асҡар Абдразаҡов.
Тантана һуңында Радий Хәбиров бүләкләнгәндәрҙе йәнә бер тапҡыр Республика көнө менән ҡотлап, пандемия осоронда үҙҙәрен һәм яҡындарының һаулығын һаҡлауҙарын һораны.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика