07:03 (UTC+5), 05 Октября 2021

Өфөлә иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары бүләкләнде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
4 октябрҙә Уҡытыусылар көнө алдынан Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары араһында Башҡортостан Хөкүмәтенең аҡсалата дәртләндереүенә дәғүә иткән республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләүгә арналған тантаналы сара уҙҙы.
Унда республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, министрҙың беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин, министр урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, ведомство бүлектәре етәкселәре ҡатнашты.
«2007 йылдан башлап Уҡытыусылар көнө алдынан иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусыларын бүләкләйбеҙ. Бөгөнгө сара – 15-сеһе, юбилейлы тип әйтергә мөмкин, ошо йылдар эсендә 700 башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһы баһаланды. Бөгөн был исемлек республиканың дәүләт телдәрен үҫтереүгә тос өлөш индергән тағы 50 уҡытыусы менән тулыланды», — тине Айбулат Хажин, республиканың иң яҡшы уҡытыусыларын тәбрикләп.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бойороғо менән һөҙөмтәле профессиональ эшмәкәрлек һәм республика мәғарифы үҫешенә өлөш индергән өсөн иң яҡшы 50 башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыһы 50-әр мең һум күләмендә премия алды.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика