05:53 (UTC+5), 05 Октября 2021

Өфөлә башҡорт телен өйрәнеүгә яңы ҡараш менән уҡыу ҡулланмаһы баҫылып сыҡты

Валерий Шахов
Алик Шакиров
«Башҡорт теле. Яңы ҡараш» — башҡорт телен өйрәнеү өсөн яңы уҡыу ҡулланмаһы шулай тип атала. Ул Башҡортостан Башлығының республиканың дәүләт телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән конкурсында ҡатнашып, грант алған «Өфө күп профилле һөнәри колледж» белем биреү учреждениеһында нәшер ителде.
«Башинформ» агентлығында ойошторолған матбуғат конференцияһында Өфө күп профилле һөнәри колледж директоры Сынтимер Баязитов һөйләүенсә, уҡыу ҡулланмаһы өҫтөндә республиканың Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында колледждың авторҙар коллективы – филология фәндәре кандидаттары, доценттар Рида Латипова, Фәнзил Санъяров, Өфө ҡалаһының 44-се полилингваль күп профилле мәктәбе уҡытыусыһы Ләлә Сафина эшләне. Баязитов һүҙҙәренсә, уҡыу ҡулланмаһы 32 дәрескә иҫәпләнгән.
Әсбап, уның үҙенсәлектәре хаҡында тулыраҡ уның авторҙары һөйләне.
«Башҡорт теле. Яңы ҡараш» китабы башҡорт телен уҡытыусы етәкселегендә өйрәнеүҙе күҙ уңында тота, — ти Өфө күп профилле һөнәри колледжы директорының уҡыу-етештереү һәм инновация эше буйынса директоры урынбаҫары, уҡыу ҡулланмаһы авторы, филология фәндәре кандидаты Рида Латипова. — Пособие ете тематик бүлектән һәм өс ҡушымтанан тора. Һәр бүлек композиция яғынан тамамланған булыуы менән айырыла.
Башҡортостан, Рәсәй, донъя халыҡтары өсөн адаптив текстар бирелә. Кеше шунда уҡ күп функциялы тел мөхитенә килеп инә. Мәҫәлән, уҡыусы, текстар менән танышҡандан һуң, таныш исемдәрҙе, үҙ халҡының вәкилдәре тураһында мәғлүмәтте күрә, был уларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырыр тип ышанабыҙ.Текстарҙан һуң уҡытыусыға уҡыусыларҙың материалды нисек үҙләштергәнен тикшереү өсөн эштәр ҙә бар».
«Беҙҙең уҡыу ҡулланмаһының башҡаларҙан төп айырмаһы шунда: бында, ысынлап та, башҡорт телен өйрәнеүгә яңы ҡараш булдырылған, ул республикабыҙ шарттарына яраҡлаштырылған, — тине Фәнзил Санъяров. — Дәреслек, тәү сиратта, рус телле аудиторияға иҫәпләнгән. Бында башҡорт халҡының эске донъяһына инергә мөмкинлек биргән мәҡәлдәр, фразеологизмдар ҡулланыла. «Уҡыу өсөн текстар» ҡушымтаһында мәҙәни йүнәлешле, телде белеү кимәленә ярашлы текстар бирелә».
Матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар яңы уҡыу ҡулланмаһының уҡытыусыларҙың, атап әйткәндә, Өфө ҡалаһының 44-се полилингваль күп профилле мәктәбе уҡытыусыһы Ләлә Сафинаның тәжрибәһенә нигеҙләнгәнен билдәләп үтте. Үҙе әйтеүенсә, күп йылдар инде башҡорт, шул иҫәптән төрөк һәм инглиз телдәрен өйрәнеү курстарын алып бара. Уның тыңлаусылары араһында сит ил вәкилдәре — инглиздәр, төрөктәр, ҡырғыҙҙар ҙа бар. Шуға күрә дәреслеккә Башҡортостанда ғына түгел — Салауат Юлаев, Миңлеғәле Шайморатов, бөтә донъяға билдәле исемдәр ҙә индерелгән.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова фекеренсә, яңы ҡулланма үҙ ваҡытында нәшер ителеүе менән әһәмиәтле, сөнки хәҙер башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу бар.
1 из 11
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика