06:38 (UTC+5), 04 Октября 2021

Учалыла милли проект ярҙамында ҙур мәктәп төҙөү эштәре йылдам бара

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
Учалыла 1225 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөү эштәре йылдам бара, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Учалының 9-сы биҫтәһендә полилингваль мәктәп һалыу быйыл ғына башланды.
Мәктәп «Мәғариф» милли проекты һәм Республика адреслы инвестиция программаһы ярҙамында төҙөлә. Ошо маҡсатта федераль бюджеттан 300 миллион һумдан ашыу бүленгән. Бинаның дөйөм майҙаны — 18 мең квадрат метрҙан күберәк.
Проект уҡыу процесы һәм уҡыусыларҙың ялы өсөн кәрәкле бөтә нәмәне күҙ уңында тота. Класс бүлмәләре һәм кабинеттарҙан тыш, мәктәптә ике ҙур спорт һәм тамашалар залы, ашхана була. Биләмәһендә спорт һәм балалар майҙансыҡтары, шулай уҡ мини-футбол майҙаны булдырыла.
Яңы мәктәптә инвалид балалар ҙа уҡырға мөмкин. Унда дөйөм ҡулланыу урындары һәм класс бүлмәләре йыһазландырыла, пандустар һәм лифттар ҡуйыла.
«Бөгөнгә төҙөүселәр һыу үткәргестең һәм канализацияның тышҡы селтәрҙәрен һалған. Йылылыҡ трассаһы һәм электр менән тәьмин итеүҙең тышҡы селтәрҙәрен эштәре тамамланып килә. Подрядсы йылытыу, елләтеү эштәренең башланғыс этабын башҡара», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығында.
Төҙөлөштө киләһе йылдың сентябренә тамамлау күҙаллана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Мәғариф» милли проекты Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика