10:39 (UTC+5), 04 Октября 2021

Өфөлә «Йәшел Башҡортостан» акцияһы барышында Уҡытыусы даны аллеяһына нигеҙ һалынды

Өфө хакимиәте
Өфө хакимиәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
2 октябрҙә Өфөлә «Беренсе уҡытыусыға» республика акцияһы барышында ағастар ултыртылды. Өлкән класс уҡыусылары уҡытыусылары менән Уҡытыусы даны аллеяһына нигеҙ һалды. Хәҙер скверҙы 90-ашыу шыршы, ҡайын, йүкә, миләш үҫентеһе биҙәй.
Акцияла Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева һәм баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников ҡатнашты. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Лиза Агадуллина ла үҙенең исемле ағасын ултыртыу хоҡуғын алды. Тап ул скверҙа уҡытыусыға арналған композиция булдырыу башланғысы менән яһаны.
«Аллеяның Уҡытыусылар көнө алдынан һәм беҙҙең районда булдырылыуы символик мәғәнәгә эйә», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ул.
Мэрияла белдереүҙәренсә, «Беренсе уҡытыусыға» скверы «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» төбәк проекты ярҙамында барлыҡҡа килде. Шулай уҡ ҡалала уҡытыусы һәйкәленә конкурс иғлан ителде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика