08:47 (UTC+5), 04 Октября 2021

Башҡортостан Башлығы коронавирус менән ауырығандарҙы госпиталь коридорҙарында дауалауҙарын йәшермәй

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенән һәм Финанс министрлығынан һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең үтенестәренә ваҡытында яуап биреүҙәрен һәм тейешенсә аҡса бүлеүҙәрен һораны. Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, хәҙер бюджеттан йәнә яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы аҡса бүленә башлай.
«Халыҡтың һаулығы ҡәҙерлерәк, — тине Радий Хәбиров. – Беҙ Башҡорт дәүләт медицина университетының өлкән курс студенттарына иҫәп тотабыҙ, шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй»ҙең ирекмәндәренә өмөтләнәбеҙ. Муниципалитет башлыҡтары, амбулатор ярҙам күрһәткән табиптарға автомобилдәр бүлеүҙе контролдә тотоғоҙ. Йәшереп тормайым, ковид-госпиталдәрҙә сирлеләр коридорҙа ята. Табиптар ауыр режимда эшләй. Хәл ҡатмарлы».
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, пандемия башланғандан алып республикала 68 797 кешелә COVID-19 диагнозы раҫланған. Һуңғы тәүлектә 488 яңы осраҡ асыҡланған. Әле 846 кеше – дауаханала, 44-нең хәле ауыр, 17-һе — үпкәне яһалма елләтеү аппаратында.
Республикала коронавирус һәм пневмония менән сирләгән пациенттар өсөн 6 550 урын әҙерләнгән, уларҙың 92% тулған. Кисә Өфөнөң 13-сө дауаханаһында ковид-госпиталь асылды, үҙәк район дауаханаларында ла урындар күбәйә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика