10:06 (UTC+5), 01 Октября 2021

Учалы районында билдәһеҙҙәр аҡҡоштарҙы атып үлтергән

Азамат Лутов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Учалы районының Сораман ауылында билдәһеҙҙәр аҡҡоштарҙы атып үлтергән.
«Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе Лилиә Нуретдинова хәбәр итеүенсә, быйыл яҙ ауыл эргәһендәге ҙур булмаған Ысыҡкүлгә аҡҡоштар төшкән. Улар биш бала сығарған. Урындағы халыҡ уларҙы ҡулға эйәләштергән, ашатып торған. Көҙ еткәс, аҡҡоштар йылы яҡтарға китергә әҙерләнгән.
30 сентябрҙә кисен урында йәшәүселәр журналисҡа билдәһеҙ ир-егеттәрҙең Chevrolet Niva автомобилендә күл эргәһенә килеүе хаҡында хәбәр иткән. Улар аҡҡоштарға ашарға һалған. Ҡоштар ҡурҡмайынса яр ситенә йөҙөп килгән, шул ваҡытта ирҙәр уларҙы мылтыҡтан атып үлтергән. Был кешеләрҙе бындай аҙымға нимә этәргәндер — билдәһеҙ, улар ҡоштарҙы шул урында ташлап киткән.
Атыу тауышын ишетеү менән урындағы халыҡ килеп еткән. Биш аҡҡош (ике өлкән аҡҡош һәм өс балаһы) шунда уҡ үлгән. Икәүһе иҫән булған, ләкин төндә алған яраларҙан йән биргән, тип һөйләне күрше ауыл кешеһе Азамат Лутов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә аҡҡош ҙур һәм һирәк осраған ҡоштарҙың береһе тип һанала. Аҡҡошҡа һунар итеү тыйыла, сөнки ул Ҡыҙыл китапҡа индерелгән.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика