Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.73
+0.39
93.56
+0.62
61.12
-0.16
-3 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь 2021, 15:32

Салауат Юлаев һәйкәле авторы исемендәге тәүге стипендияға Өфө колледжы студенты лайыҡ булды

2020 йылда скульптор-монументалист, Салауат Юлаев һәйкәле авторы Сосланбәк Тавасиев исемендәге стипендия булдырылды. Быйыл тәүге түләү тәғәйенләнде.
Республика Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, стипендияға конкурста алты студент ҡатнашырға теләк белдерҙе. Өфө художество-гуманитар колледжы студенты Анастасия Ефремова тәүге еңеүсе тип танылды. Ҡыҙ «Дизайн» һөнәрен үҙләштерә, төркөм старостаһы, ил һәм халыҡ-ара кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнаша.
Башҡортостан Хөкүмәтенең уға 5 750 һум стипендия түләү тураһында ҡарарына ҡул ҡуйылды.
Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас