Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
83.13
+1.22
94.67
+1.51
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь 2021, 09:41

Республикала бер аҙ йылытҡандан һуң йәнә һалҡынайта

Республикала бер аҙ йылытҡандан һуң йәнә һалҡынайта. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 23 сентябрҙән 26-һына тиклем республикала +8,+10 градус йылы булыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә +2,+8 градус, урыны менән 0,-5 градусҡаса һыуытып, ҡырау төшөүе ихтимал, көндөҙ 11-17 градус.
Ләкин 26 сентябрҙән 27-һенә ҡарай төндә һалҡын атмосфера фронтының үтеүе көтөлә. Ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы мөмкин. Һауа температураһының ҡапыл төндә -1,-6, көндөҙ +4,+9 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә. Башҡортостанда уртаса тәүлек температураһы +1,+6 градус була.
Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас