10:22 (UTC+5), 23 Сентября 2021

Башҡортостандан Хәйрисламовтар ғаиләһе — «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре иҫәбендә

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы
Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Был конкурсты Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы һәм Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам фонды ойоштора. Девизы — «Минең ғаиләм – минең Рәсәйем».
Башҡортостандан конкурста биш номинацияла биш ғаилә ҡатнашты — Мәләүез районынан Мәхмүтовтар ғаиләһе («Алтын ғаилә» номинацияһы), Краснокама районынан Дербеневтар ғаиләһе («Күп балалы ғаилә»), Салауат районынан Хәйрисламовтар ғаиләһе («Йәш ғаилә»), Бишбүләк районынан Сираевтар ғаиләһе («Ауыл ғаиләһе») һәм Өфө районынан Мәхмүтовтар ғаиләһе («Ғаилә – традицияларҙы һаҡлаусы»).
Конкурстың Бөтә Рәсәй этабында илдең 85 төбәгенән 366 ғаилә еңеү өсөн көрәште, 85 ғаилә еңеү яуланы. Улар араһында Салауат районынан Хәйрисламовтар ҙа бар.
Ирина һәм Айбулат Хәйрисламовтар 10 йыл элек ғаилә ҡорған. Улар икеһе лә эш һөйөүсән, маҡсатҡа ынтылыусан. Ғаилә башлығы үҙ эшен асҡан, Ирина Хәйрисламова — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, педагогтар араһында ойошторолған халыҡ-ара, бөтә Рәсәй, республика конкурстары еңеүсеһе. Ғаиләлә ике бала тәрбиәләнә, улар ҙа, ата-әсәһе кеүек, бәләкәй саҡтан райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.
Башҡортостан Хеҙмәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсының йомғаҡлау сараһы ноябрҙә ойошторола. Конкурс йомғаҡтары буйынса Милли китап-йылъяҙма сығарыла. Ул ике баҫманы үҙ эсенә ала: тәүгеһендә — ғаиләләрҙең тарихтары, икенсеһендә Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәт урынлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика