15:18 (UTC+5), 22 Сентябрь 2021

Республикала #ЭШЛӘРБЕҘ2021 Бөтә донъя таҙалыҡ көнө ойошторола

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
25 сентябрҙә Башҡортостанда #ЭШЛӘРБЕҘ2021 Бөтә донъя таҙалыҡ көнө ойошторола. Республиканың Экология министрлығында белдереүҙәренсә, Рәсәйҙең 70 төбәгендә һәм донъяның 150 илендә был көндө күләмле экологик акция үткәрелә.
«Башҡортостандың ҡала-райондарында өмә өсөн 700-ҙән ашыу майҙансыҡ билдәләнгән. Йәмәғәт институттарын, бизнесты, муниципалитеттарҙы, халыҡты бер командаға туплап, республика #ЭШЛӘРБЕҘ2021 экологик акцияһында ҡатнаша, – тине Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Илдар Ғарифуллин. – Барыһын да коллегалары, ғаиләһе, дуҫтары менән урамға сығып, тирә-йүнде таҙартырға саҡырабыҙ, сөнки матурлыҡ – ул тәү сиратта таҙалыҡ».
Бөтә донъя таҙалыҡ көнө – йыл һайын сүп-сар менән көрәшкә йүнәлтелгән социаль эшмәкәрлек программаһы. Урмандарҙы, ялан-ҡырҙарҙы, һыу буйҙарын таҙартыуға баҫым яһала. Мөмкин булған урындарҙа ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу ойошторола.
Бынан тыш, акцияла ҡатнашыусылар ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең заманса системаһын, айырым йыйыуҙы һәм эшкәртеүҙе, экологик йәшәү рәүешен пропагандалай.
«Былтыр республикала Бөтә донъя таҙалыҡ көнө акцияһында 75 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Барлыҡ ҡала-райондарҙа тәбиғәтте һаҡлау саралары уҙҙы. Йәмәғәт ойошмалары, йәштәр хәрәкәттәре, хакимиәт вәкилдәре, урындағы әүҙемселәр, экоирекмәндәр һәм битараф булмаған халыҡ өмәгә сыҡты. Һөҙөмтәлә 3,9 мең кубометр сүп-сар йыйылды», — тип иҫкә төшөрҙөләр ведомствола.
https://www.bashinform.ru/news/1648640-v-bashkirii-sostoitsya-vsemirnyy-den-chistoty-sdelaem2021/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика