Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.21
-0.44
91.94
-0.07
62.51
+0.52
-19 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Сентябрь 2021, 15:30

Башҡортостанда 300 уҡытыусы коронавирус менән сирләй

Башҡортостанда 300 уҡытыусы коронавирус менән сирләй. Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин бөгөн журналистарға интервьюһында ошо турала белдерҙе. Башҡортостанда COVID-19 йоҡторған уҡытыусылар аҙ, ә прививка яһатҡан педагогтар, киреһенсә, күберәк.
«36 мең уҡытыусынан 300 самаһы әле ауырый. Беҙҙә вакцинация проценты башҡа социаль төркөмдәр араһында иң юғарыларҙың береһелер, моғайын. Мәктәп уҡытыусыларының 84% ике компонентлы прививкаһы бар», — тине Айбулат Хажин.
Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас